22 Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға Кем аҡыл өйрәтә алыр?
Ҡара, хатта Үҙенең фәрештәләренә ышанмаған, Күктең сафлығын мөрхәтһенмәгән Алла
Юҡһа, ғүмерҙәре бөткәс, көндәренең ахыры килгәс, Ғаиләһендә уларҙың ни ҡайғыһы бар?
Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ.
Ҡара, Алланың ҡеүәте ни ҡәҙәрле бөйөк; Бармы тағы Уның һымаҡ остаз?
Кем Уға нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтер? Кем Уға: „Дөрөҫ эшләмәйһең“, – тип әйтә алыр?
Инде ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
Ҡара, Алла хеҙмәтселәренә лә ышанып бөтмәй, Хатта фәрештәләрендә лә етешһеҙлек таба.
«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
Йыр. Асафтың мәҙхиәһе.
Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.
Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме?
Әммә уларҙың ҡайһыһы Раббы кәңәшмәһендә ҡатнашҡан? Кем күргән, кем Уның һүҙен ишеткән? Ҡайһыһы диҡҡәт менән тыңлаған?»
Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның ни уйлағанына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.
Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе лә белмәйһегеҙме әллә? Көнкүреш эштәрен хәл итә алмаҫһығыҙмы ни?
Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.
Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.