19 „Алла язаны уларҙың Балаларына һаҡлап тора“, – тиһегеҙме? Юҡ, әжерен үҙҙәренә бирһен, белһендәр.
Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.
Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –
Күкрәгемдә йөрәгем дерелдәй, Башыма үлем дәһшәте төштө.
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Аталарының енәйәтенә күрә Уның улдарын салырға урын әҙерләгеҙ. Улар ҡалҡып, донъяға хужа булмаһын, Ер йөҙөн ҡалалары менән тултырмаһын».
Ул көндәрҙә: «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, Балаларының теше ҡамашты», – тип әйтмәҫтәр.
Әйтәйек, был улдың да бер улы булыр. Ул, атаһы ҡылған бөтә гонаһтарҙы күреп, Уларҙың береһен дә ҡабатламаһа –
– Исраил ере тураһында «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, балаларының теше ҡамашты», – тигән мәҡәл менән нимә әйтмәксе булаһығыҙ?
Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.
Һин Үҙең бит: «Раббы сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, ғәйептәрҙе һәм енәйәттәрҙе ғәфү итеүсе, әммә язаһыҙ ҡалдырмаусы, ә аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаусы», – тип әйткәйнең.
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.
Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.
„Хазиналарымда мөһөр баҫып, Бына нимәләрҙе һаҡлап тотам!
Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын.
Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.
Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.