Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 21:18 - Изге Яҙма

18 Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ, Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 21:18
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине – бер өҙөлгән япраҡты – ҡурҡытмаҡсыһыңмы, Ҡоро һаламды ҡыуалап йөрөтмәксеһеңме?


Улар был донъянан ваҡытынан алда китте. Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды.


Көнсығыштан иҫкән көйҙөргөс ел Уны урынынан ҡуптарыр, Осороп алып китер.


Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.


Түшәктә лә тик яуызлыҡ уйлап ятыр, Ямандан күңеле ҡайтмаҫ, боҙоҡлоҡ юлына баҫыр.


Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй бәхетле Һиңә өмөт бағлаусы!


Бөйөк шөһрәтең менән Үҙеңә ҡаршыларҙы тар-мар иттең; Асыу утың уларҙы һалам һымаҡ көйрәтте.


Ҡупҡан ҡойон яманды һепереп түгер, тәҡүә кешенең нигеҙе мәңге торор.


Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.


Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала


Улар яңы ултыртылған, сәселгән үҫенте һымаҡ: Ергә саҡ-саҡ тамырланыуҙары була, Ул, тынын өрөп, уларҙы ҡорота ла, Дауыл һалам кеүек осороп алып китә.


Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар!


Сүлдән иҫкән ел кәбәкте туҙҙырғандай, Мин һеҙҙе һибеп ебәрермен.


Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.


Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.


Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.


Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ