28 Алланың асыу көнөндә Йортоноң барлыҡ мөлкәтен Ташҡын йыуып алып китер.
Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ.
Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.
Һәләкәт еренә саҡлы өтөп барған, Бөтә уңышымды тамырынан ҡоротҡан ут булыр ине.
Уңыштарын астар ашар – Сәнскәк араһындағыһын да ҡалдырмаҫтар, Байлыҡтарын ҡомһоҙҙар йотор.
Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.
Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».
Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?
Күҙ алдыңда үгеҙеңде һуйырҙар – итен ашай алмаҫһың; ишәгеңде күҙ алдыңда алып китерҙәр, кире бирмәҫтәр; һарыҡтарың дошмандарға булыр – бер кем дә һине яҡламаҫ.
Шундай байлығың бер сәғәттә юҡҡа сыҡты! – тип әйтәсәктәр. Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә, иңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо.