18 Йонсоп тапҡан малын ашай алмаҫ, таратыр, Тапҡаны шатлыҡ килтермәҫ.
Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Ул әҙерләгәнде тәҡүә кеше кейер, Көмөшөн ғәйепһеҙҙәр бүлешеп алыр.
Байлығымдың күплегенә эреләнеп, Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам;
Әллә мине күрә алмаған кешенең ҡайғыһына ҡыуандыммы? Башына бәлә килде тип шатландыммы?
Сәскәнемде башҡа берәү ашаһын, Игенем тамырынан йолҡоп алынһын.
үлеләр донъяһы һымаҡ тереләй йоторбоҙ, тотошлай ҡәбергә тығырбыҙ.
Аҡыллының йортонда хазина һәм муллыҡ; ахмаҡ иһә нәмәһе бар, шуны ашай-туҙҙыра.
«Кем йортон хәрәм юл менән төҙөгән, Өҫкө бүлмәләрен ғәҙелһеҙлек менән һалған, Яҡындарын бушлай эшләткән, Хеҙмәт хаҡын түләмәгән, Шул әҙәмдең башына ҡайғы!
Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».
«Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.
Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.
Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.
Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк.
Ҡыуанма, Исраил, Бүтән халыҡтар һымаҡ, шатланма – Үҙ Аллаңдан ситләшеп, һин зина ҡылдың, Игенле һәр ырҙында фәхешлек итеп, хаҡ алырға яратаһың.
Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған, Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ!
– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!
Һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ серәкәйҙе һөҙөп алаһығыҙ, ә дөйәне йотоп ебәрәһегеҙ!
Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың.
Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.