15 Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
Ҡорһағына төшкәс бындай ризыҡ, Зәһәр йылан ағыуына әйләнер,
Йонсоп тапҡан малын ашай алмаҫ, таратыр, Тапҡаны шатлыҡ килтермәҫ.
Уның ҡарыны туя белмәне, Нәфсеһенең сиге булманы.
Алланың асыу көнөндә Йортоноң барлыҡ мөлкәтен Ташҡын йыуып алып китер.
Аҡыллының йортонда хазина һәм муллыҡ; ахмаҡ иһә нәмәһе бар, шуны ашай-туҙҙыра.
Йотҡан киҫәгеңде кире сығарырһың, яғымлы һүҙҙәрең бушҡа булыр.
«Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы.
Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.
Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.