26 Хатта тирем сереп төшкәндә лә, Ошо тәнемдә Алланы күрәсәкмен.
Улар эҙҙәремә баҫып килә, Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан, Йығып һалыр өсөн һағалайҙар.
Миңә һөжүм иткән яуыздарҙан, Һырып алған үлемесле дошмандарҙан.
Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.
Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.
Фани – мәңге үлмәҫлеккә, ә үлемле үлемһеҙгә әйләнергә тейеш бит.
Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм Үҙенә бөтә нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.
Һөйөклөләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ билдәһеҙ әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.
Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.