25 Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!
Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».
Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».
Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар, Яҡлаусым бар минең юғарыла.
Тимер ҡәләм менән соҡоп, ҡурғаш ҡойоп яҙылһа, Мәңгелеккә ҡаяға сүкеп уйылһа ине!
Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем
сөнки уларҙың Яҡлаусыһы ҡөҙрәтле, уларҙың һиңә ҡаршы дәғүәләрендә етемдәрҙең тарафын аласаҡ.
„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.
Һеҙҙе йолоп алған Раббы, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙҙең хаҡҡа Мин Бабилға сиреү ебәрәм, Барыһын да ҡасаҡ итәм, Кәмәләре менән маҡтанған халдейҙарҙы иңрәтәм.
Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.
Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.
Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.
Ханох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер.