21 Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым, Алланың ҡулы туҡманы мине!
Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Ҡулыңды һуҙ ҙа уның ите менән һөйәгенә ҡағыл әле – ул, һис шикһеҙ, күҙ алдында Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Инде үҙ башыңа төшкәс, сабырлығыңды юйғанһың; Үҙеңә килеп ҡағылғас, бөтөнләй ҡаушап ҡалғанһың.
Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Ҡарар иттем: «Аҙымымды абайлап баҫайым, Телемде гонаһ һөйләүҙән тыяйым; Яуыз әҙәм янымда булғанда, Ауыҙымды ауыҙлыҡлап тотайым».
Эйе, Ул миңә ҡулын күтәрҙе, Көн оҙоно, туҡтауһыҙ язалай.
Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең. Шунда уҡ Бар-Йеһошуағты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы.
Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.
Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.
Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя.
уларҙың ҙурайғанын көтөп, тормошҡа сыҡмай йөрөрһөгөҙмө ни? Юҡ, ҡыҙҙарым, бергә күтәрешер өсөн минең яҙмышым үтә әсенешле: сөнки Раббының ҡулы миңә ҡаршы.