16 Хеҙмәтсемде саҡырам, ул яуап бирмәй, Ауыҙ һыуымды түгеп ялбарырға мәжбүрмен.
Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Үҙ өйөмдә һыйындырған заттар, Аҫырауҙар менән хеҙмәтселәр мине ят күрәләр, Улар күҙендә килмешәккә әйләндем.
Һулышымдың еҫенән ҡатыным биҙҙе, Ҡәрҙәштәрем минән ерәнәләр.