14 Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм,
Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға, Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә.
Хатта тирем сереп төшкәндә лә, Ошо тәнемдә Алланы күрәсәкмен.
Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр.
Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор, Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар. Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ – Золом ағас һымаҡ һыныр.
Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан? Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!»
Тирем ҡарайып, һуйылып төштө, Һөйәктәрем ялҡынһынып яна.
Тәнемде ҡорт менән яра баҫҡан, Тирем ҡутырлаған, эренләгән.
Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар.
Ҡураңдан бер баш үгеҙ, Аҙбарыңдан бер кәзә тәкәһе лә алмайым.
Шөһрәтең лира ауаздары менән бергә Үлеләр донъяһына төштө. Селәүсендәр – аҫтыңдағы түшәк, Өҫтөңдәге япмаң – ер ҡорттары хәҙер.
Үлеләрҙең терелеүе лә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә серейәсәк орлоҡ булып һалына – мәңге үлмәҫлек булып терелтелә.