18 Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ! Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын!
Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй.
Уларҙың ғәйебен ғәфү итмә, гонаһтарын иҫеңдән сығарма – төҙөүселәрҙе ҡайһылай мәсхәрә итте улар!
Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.
Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар, Яҡлаусым бар минең юғарыла.
Башына бәлә-ҡаза килгәндә, Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла?
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе Енәйәттәренә күрә язаларға Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға. Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк, Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк.
Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил!
Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.