30 Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор.
„Ҡайҙан алайым?“ – тип зарығып икмәк эҙләр, Ҡара көндәре еткәнен белер.
Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.
Аҫтан тамырҙары ҡорор, Өҫтән ботаҡтары кибер.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Хазиналарын ҡараңғылыҡ һағалап ятыр, Һис кем яҡмаған ут ялмап йотор, Сатырында тороп ҡалғанын да аяп тормаҫ.
„Бына дошмандарыбыҙ юҡ булды, Байлыҡтары янып, көлгә әйләнде!“
Һәләкәт еренә саҡлы өтөп барған, Бөтә уңышымды тамырынан ҡоротҡан ут булыр ине.
Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә.
Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр.
Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.
Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.
Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр.
Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән.
Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!
Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.
Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.
Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.
Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ.