23 „Ҡайҙан алайым?“ – тип зарығып икмәк эҙләр, Ҡара көндәре еткәнен белер.
Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең.
Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор.
Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр.
Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
Аслыҡ тәҡәтен ҡоротор, Бәлә-ҡаза абынғанын көтөп торор.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Раббы тоғро кешене ас ҡалдырмаҫ, ямандың ҡомһоҙлоғон кире ҡағыр.
Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.
Кеше, күпме генә йәшәмәһен, ғүмере буйына шатланып йәшәһен, әммә ҡараңғы көндәрен дә иҫенән сығармаһын, сөнки улар ҙа күп булыр һәм нимә буласаҡ, барыһы ла – фани.
Туйғансы ашарлыҡ икмәк һорап, Мысыр менән Ашшурға ҡулыбыҙҙы һонабыҙ.
Йәнебеҙҙе ҡыл өҫтөнә ҡуйып ризыҡ эҙләйбеҙ, Сөнки сүлдән ҡылыс янап тора.
Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.
Раббы көнө лә шулай – Яҡтылыҡ түгел, ә ҡараңғылыҡ, Күҙгә төртһәң күренмәҫлек, унда нур юҡ.
Ул көн булыр асыу көнө, Ҡайғы һәм ғазап көнө, Емереклек, харабалар көнө, Ҡараңғылыҡ, дөм ҡараңғылыҡ көнө, Болотло һәм тома ҡараңғылыҡ көнө.
Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын ялмап юҡ итәсәк ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡала.