18 Аҡыл эйәләре өйрәткәнде, Аталарынан өйрәнгәнде йәшермәй һөйләйем.
Арабыҙҙа сал сәслеһе, ҡарты ла бар, Улар атаңдан да өлкәнерәк.
Тыңла мине, һиңә теүәл генә әйтеп бирәм, Ни күргәнмен, бөтәһен дә бәйән итәм.
Ер бит бары уларға бирелгән, Араларына яттар кермәгән булған.
Әллә шуны белмәйһеңме: әүәлдән үк, Әҙәм донъяға яратылғандан бирле,
Үткән быуындарҙан һораш, Ата-бабаларының тәжрибәләрен белеш.
Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын! Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы.
Тереләр, бары тереләр генә, Бөгөн мин шөкөр иткән кеүек, һиңә рәхмәтле булыр. Аталар Һинең ярҙамың тураһында балаларына аңлатыр.