28 Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға, Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә.
Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм,
Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.
Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы?
Тәнемде ҡорт менән яра баҫҡан, Тирем ҡутырлаған, эренләгән.
Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.
Раббы, мәхрүм итмә мине рәхим-шәфҡәтеңдән! Мөхәббәтең менән тоғролоғоң һәр саҡ ҡурсалаһын!
Раббы Хакимым Үҙе миңә ярҙам итә: Кем мине ғәйеплегә сығара алыр? Улар барыһы ла кейем кеүек туҙып бөтөр, Уларҙы көйә ҡалдырмаҫ.
Мин – Әфраим өсөн бер көйә, Йәһүҙә йорто өсөн үңәҙ шикелле.
Әсә ҡарынынан ярты тәне сереп, үле тыуған бала шикелле итмә Мирйәмде, зинһар!
Һеҙҙең байлығығыҙ серегән, кейемдәрегеҙҙе көйә ашаған.