17 Тыңлағыҙ әйткәндәремде, тыңлағыҙ, Һүҙҙәремде ҡолағығыҙға киртегеҙ.
Асылда был минең ҡотолоуым булыр, Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм Уның хозурына килмәҫ ине.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ, Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ.
«Әйткәнемде диҡҡәт биреп тыңлағыҙсы, Мине йыуатыуығыҙ шул булһын.
Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.
Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла, Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал.