21 Аҫыл заттарҙы мәсхәрәгә төшөрөр, Көслөләрҙең ҡайышын систерер.
«Кисә Мин Навоҫ менән уның улдарының ҡанын күрҙем. Ант итеп әйтәм, Мин һине ошо баҫыуҙа язалаясаҡмын», – тигәйне. Раббының шул һүҙҙәренә ярашлы, Йорамдың мәйетен Навоҫтың баҫыуына ташла, – тине.
Батшаларҙың билбауҙарын тартып өҙөр, Билдәренә әләм-һәләм бәйләтер.
Өйҙәрен көмөш менән тултырған, Алтынға хужа булған түрәләр араһында.
Алла йәйәмдең керешен бушатып мине кәмһетте, Шуға улар минең алда үтә йүгәнһеҙләнә башланы.
Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
Муса ҡушҡанса, артҡанын иртәгәгә ҡалдырҙылар. Был юлы ҡалдырған тәғәм һаҫыманы ла, ҡортламаны ла.
Ебәрмәһәң, бөтә илеңде тәлмәрйен менән тултырам.
Дөрөҫлөк уның билендә билбау булыр, Тоғролоҡ булыр билендәге ҡайышы.
Уға һинең кейемеңде кейҙерермен, биленә һинең билбауыңды быуырмын, хакимлығыңды уның ҡулына тапшырырмын. Ул Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә һәм Йәһүҙә халҡына атай булыр.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡабул ҡылды был ҡарарҙы: Тирҙың күркәмлеге менән тәкәбберлеге хур булһын, Бөтә донъяла хөрмәт ҡаҙанғандар түбәнһетелһен!
Бер көндө, үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.
Түрәләрҙе Ул юҡҡа сығара, Донъя хакимдарын бушҡа әйләндерә.
Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти:
Араларында арыған да, абынған да булмаҫ. Береһе бер күҙ ҙә йоммаҫ, йоҡламаҫ та. Билдәрендәге билбауҙары сиселмәҫ, Ҡаталарының ҡайышы өҙөлмәҫ.
Уларҙың араһынан хакимдарын юҡ итәм, Бөтә башлыҡтарын ҡырып бөтәм», – ти Раббы.
Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.