17 Кәңәшселәрҙе ялан аяҡ ҡыуалар, Хөкөмдарҙарҙы алйотландырыр.
Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!
Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.
Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.
Шөһрәтемде минән тартып алды, Башымдан тажымды атып бәрҙе.
Һалдырған ҡалалары күптән үк емерелгән Ер батшалары, уларҙың вәзирҙәре,
Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?
Шуға күрә Мин дә был халыҡҡа Яңы мөғжизә, шаҡ ҡатырлыҡ хикмәт ҡылырмын. Аҡыл эйәләренең аҡылы юҡҡа сығыр, Зиһенлеләрҙең зиһене бөтөр».
Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.