19 Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай, Күптәр һиңә ярарға тырышыр.
Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.
Тыныс булырһың, сөнки һинең өмөтөң бар, Яҡ-яғыңды байҡап, рәхәтләнеп ятырһың.
Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.
Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села
Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.
Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.
Ғароғер ҡалалары ташландыҡ ҡалыр. Унда көтөү-көтөү малдар ятыр, Уларҙы өркөтөр кеше булмаҫ.
Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».
Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.
Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә – яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаҫ. Хәүефһеҙ йәшәрҙәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ.
Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.
Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.
Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».
Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.