15 Ғәйепле булһам – бөттө баш! Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам. Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен.
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Уйлаһам, хатта үҙем дә ҡурҡам – Бөтөн тәнем ҡалтырауға ҡала.
Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм.
Дошманым яуыз әҙәмдәр иҫәбендә йөрөһөн, Миңә ҡаршы булғандар ямандар һымаҡ язаланһын.
Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.
Тартып алһа, кем Уны туҡтатыр? Кем Уға: „Нимә эшләйһең?“ – тиер?
Хаҡлы булһам да, яуап ҡайтара алмаҫ инем, Хөкөмдарымдан бары мәрхәмәт һорар инем.
Барыбер ғәйепле тип һаналам икән, Ниңә мин бушҡа тырышам?
Ҡыуанышып, гөрләшеп киләләр, Батшаның һарайына алып инәләр.
Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села
Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.
Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.
– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.
Сиккән михнәттәремде күрһәңсе, Раббым. Эсем яна, йөрәгем ҡанһырай, Сөнки мин үтә фетнәсел булдым. Ана, тышта ҡылыс ҡыра, Өй эсендә әжәл хөкөм һөрә.
Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.
Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ – бары хеҙмәтселәр генә, эшләргә тейеш булғанды башҡарҙыҡ», – тип әйтегеҙ.