Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 9:10 - Изге Яҙма

10 Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, Мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 9:10
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».


Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.


Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап ҡайтарҙы, Япа-яңғыҙ йәтим булып ҡалдым.


Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.


Раббынан ҡурҡыуҙың мәғәнәһен аңларһың, Алланы танып-белерһең.


Мин зирәклеккә өйрәнмәнем, Изге Затты белмәгәнмен.


Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ