Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 6:23 - Изге Яҙма

23 Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 6:23
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Йософ баш тартты, хужаһының ҡатынына: – Мин бында булғанға күрә хужам өйөндә бер нимә өсөн дә борсолмай, бөтә нәмәне лә миңә ышанып тапшырҙы.


Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Ҡайһылар яу арбалары, Икенселәр аттары менән маҡтаныр. Беҙ иһә Аллабыҙ Раббының исеме менән маҡтанырбыҙ.


Нәсихәтте үҙ итеү – тормошҡа юл, шелтәне үҙһенмәгән – юлдан аҙашыр.


Аҡыллы кеше түбәндән, үлеләр донъяһынан тайпылыр өсөн юғары, йәшәүгә илткән юлдан йөрөй.


Тормош һабағына иғтибарлы ҡолаҡ аҡыллылар араһында йәшәр.


Сыбыҡ менән өгөт аҡылға ултыртыр, үҙ яйына ҡуйылған бала әсәһенә хурлыҡ килтерер.


Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.


Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.


Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойороҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.


«Өгөт-нәсихәтте ниңә тыңламаным, ниңә йөрәгем шелтәләрҙе кире ҡаҡты,


Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.


Ахмаҡтың маҡтауын тыңлағансы, Аҡыллының битәрләүен ишетеү яҡшыраҡ.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Ә был халыҡҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин һеҙгә ике юл – йәшәү һәм үлем юлын бирәм.


Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды бирҙем, ҡанун-ҡағиҙәләремде белдерҙем.


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ, көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәмсыраҡ кеүек.


Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ