Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 31:5 - Изге Яҙма

5 юҡһа эсеп иҫереп, ҡанундарҙы оноторҙар, ярлыларҙы хаҡ хөкөмһөҙ ҡалдырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 юҡһа эсеп иҫереп ҡанундарҙы оноторҙар, ярлыларҙы хаҡ хөкөмһөҙ ҡалдырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 юҡһа эсеп иҫереп, ҡанундарҙы оноторҙар, ярлыларҙы хаҡ хөкөмһөҙ ҡалдырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 31:5
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Башҡа батшалар менән сатырында эсеп ултырған Бен-Һадад был һүҙҙәрҙе ишеткәс үҙенең ғәскәренә: – Һөжүмгә әҙерләнегеҙ! – тип фарман бирҙе. Ғәскәр ҡала ҡаршыһында сафҡа теҙелде.


Ярлының дәғүәһен тикшергәндә, башҡаларҙы хөкөм иткәндәге кеүек үк, ғәҙел бул.


Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.


Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт.


Шарап һемергәндә – батыр, Хәмерҙе бутап эскәндә ғәйрәтле булғандарға ҡайғы!


Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!


– Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап йәки башҡа иҫерткес эсемлектәр эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай».


Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ