Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 31:30 - Изге Яҙма

30 Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Мөләйемлек алдаҡсы, матурлыҡ буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 31:30
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның.


Раббыны данлағыҙ! Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ, Раббының исемен данлағыҙ!


Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.


Һәйбәт күңелле ҡатын хөрмәт ҡаҙаныр, аяуһыҙ иһә байлыҡ йыйыр.


Елбәҙәк ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеге сусҡа моронондағы алтын алҡа һымаҡ.


Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе – байлыҡ, хөрмәт, имен тормош.


«Лайыҡлы ҡатындар күп булғандыр, тик һин уларҙың барыһынан арттырҙың!»


Хеҙмәтенә ҡарап хөрмәт күрһәтегеҙ уға, эштәрен ҡала ҡапҡаларында маҡтағыҙ!


Ул ҡатындың сибәрлеге йөрәгеңде өтмәһен, керпек ҡағыуҙары ҡол итмәһен,


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.


Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.


Әммә һин гүзәллегеңә ышандың, шөһрәтең менән файҙаланып, фәхешлек юлына баҫтың, һәр үткенсе менән зина ҡылдың.


Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.


Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола,


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ