Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 30:14 - Изге Яҙма

14 Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ, мохтаждарын ер йөҙөнән юймаҡ булған, теше – гүйә ҡылыс, теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ, мәхрүмдәрен ер йөҙөнән юймаҡ булған, теше – гүйә ҡылыс, теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ, мохтаждарын ер йөҙөнән юймаҡ булған, теше – гүйә ҡылыс, теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 30:14
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хаҡһыҙҙың яңағын һындыра һуҡтым, Табышын тештәре араһынан тартып алдым.


Муйынында ҡеүәт йәшәй, Уның алдында хатта дәһшәт тә бейеп тора.


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Аҙғынды кире ҡаҡҡан, Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән, Үҙе зыян күргәндә лә, Биргән антында ныҡ торған;


Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан, Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан.


Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.


Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.


Уларҙың ағыуы ҡара йылан ағыуылай зәһәр. Оҫта арбаусыны ишетмәҫ өсөн Ҡолағын ҡаплаған ҡара йылан һымаҡ улар.


Раббы, Һин – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраилдың Аллаһы, уян Ҡәүемдәрҙең барыһына яза бирер өсөн! Һис ҡыҙғанма хыянатсыл залимдарҙы! Села


Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай.


Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе, байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр.


Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.


Һөлөктөң ике ҡыҙы бар: «Бир, бир», – тиҙәр. Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә, «Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар:


Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ.


Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал.


Ни хаҡығыҙ менән халҡымды иҙәһегеҙ, Фәҡирҙәрҙе ҡыйырһытаһығыҙ?» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы белдерә быны.


Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.


Һиндәге Исраил хакимдары үҙҙәренең көсөн файҙаланып ҡан түкте.


Эс майы менән туйынаһығыҙ, йөндән кейенәһегеҙ, ҡуйҙарҙың иң һимеҙен һуяһығыҙ, ә малдарҙы ҡайғыртмайһығыҙ.


Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған, Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ!


Беҙҙе һәләк итер өсөн Ғәскәрҙәре ҡойон һымаҡ ташланғанда, Йәшенеп ятҡан ярлыларҙы Инде йотам тиеп ҡыуанғанда, Улар өйөрөнөң башлығын Үҙ һөңгөһө менән тиштең.


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


сәстәре – ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ, ә тештәре – арыҫлан тешендәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ