Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 28:14 - Изге Яҙма

14 Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр, бәғерһеҙ әҙәм бәләгә тарыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр, бәғерһеҙ әҙәм бәләгә тарыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр, бәғерһеҙ әҙәм бәләгә тарыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 28:14
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?


Раббыны данлағыҙ! Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ, Раббының исемен данлағыҙ!


Күҙ алмаңдай һаҡла мине; Ҡанатың аҫтына йәшер


Раббыға ҡурҡыу һәм хөрмәт, Тетрәнеү һәм ҡыуаныс менән хеҙмәт итегеҙ.


Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!


Мысырҙар уларҙы баҫтырыуын белде; фирғәүендең бөтә аттары, яу арбалары, һыбайлылары исраилдар артынан диңгеҙ уртаһына инде.


Үҙҙәренең сихыры менән Мысыр сихырсылары ла шуны уҡ эшләне. Фирғәүен ҡарышыуын белде, Муса менән Һарунды тыңламаны. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды.


Фирғәүен боролдо ла һарайына ҡайтып китте: быға ла иҫе китмәне.


Йөрәгең гонаһлыларҙан көнләшмәһен, һәр саҡ Раббынан ҡурҡыу йөрәгеңдә һаҡланһын.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм.


Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Дөрөҫ, улар ышанмауҙары арҡаһында һындырылды, ә һин ышанғанға ялғанып тораһың: танауыңды күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Алланың тыныс-имен урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, иғтибарлы булайыҡ.


Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ