Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 25:2 - Изге Яҙма

2 Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп асылын белеү.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 25:2
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Шаул менән уның улы Йонаҫандың үлгәнен ҡайҙан беләһең? – тип һораны Дауыт хәбәр алып килгән егеттән.


– Һин был хәбәрҙәреңде Йоав ҡушыуы буйынса һөйләмәнеңме? – тип һораны батша. – Ғүмерең оҙон булһын, хакимым батша, тап өҫтөнә баҫтың – батшанан бер ни йәшереү мөмкин түгел икән, – тине ҡатын. – Мин һиңә ҡолоң Йоавтың өйрәтеүе һәм ҡушыуы буйынса һөйләнем.


Ата-бабаларыңдың яҙмаларын тикшереп ҡараһындар, шунан белерһең, был ҡала фетнәсел һәм батшаларға үә өлкәләргә ҡарата зыянлы. Борон-борондан алып улар яғынан ғауғалар булып килгәнгә күрә, был ҡала юҡ ителгән.


Биргән әмерем буйынса яҙмаларҙы аҡтарып ҡарап, был ҡаланың әүәлдән үк батшаларға ҡаршы баш күтәргәнен, унда фетнәләр һәм болалар булып торғанын,


Әгәр ҙә батша кәрәк тип таба икән, Бабилдағы мөһим яҙмалар һаҡланған йортта эҙләп ҡараһындар: Кир батша Йәрүсәлимдә Алла йортон ҡайтанан төҙөргә фарман сығарғанмы йәки юҡмы икәнен күрерҙәр. Һин батшаның был эшкә ҡарата ҡарарын беҙгә мәғлүм ҡылыуҙарын һорайбыҙ.


Шунан һуң, Дарий батша биргән әмер буйынса, Бабилдағы хазиналар йортондағы яҙмалар һаҡлағысында эҙләй башлайҙар.


Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем.


Мин ерҙең нигеҙен һалған саҡта ҡайҙа инең? Белдекле һәм зиһенле икәнһең, әйтеп бир.


«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.


„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.


Балды күп ашау яҡшы булмаған һымаҡ, дан өҫтөнә дан ҡаҙанырға тырышыу ҙа һәйбәт түгел.


Күктең бейеклеген, ер тәрәнлеген, батша күңелендәге уйҙарҙы белеп булмаҫ.


Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.


Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ