Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 20:6 - Изге Яҙма

6 «Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 «Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 «Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 20:6
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?


Кеше башындағы уй-ниәттәр – тәрән йылға, аҡыллы кеше унан һоҫоп-һоҫоп алыр.


Бүләк бирмәһә лә, бирҙем тип маҡтанған әҙәм ямғырһыҙ болот һәм ел кеүек.


Үҙеңде-үҙең түгел, башҡа кеше, үҙ ауыҙың түгел, бүтән телдәр һине маҡтаһын.


Ә бына эҙләп-эҙләп тә нимәне тапманым һуң? Мең кеше араһынан бер яҡшы ир таптым, ләкин улар араһында бер генә яҡшы ҡатын-ҡыҙ ҙа юҡ ине.


Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым.


Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.


Петрус иһә: – Бына, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, беҙ Һиңә эйәрҙек, – тине.


Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгән сағында ерҙә иман табырмы икән?


– Хакимым, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тине Петрус.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


Мин иҫәр хәлендә ҡалдым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ