Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 15:8 - Изге Яҙма

8 Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 15:8
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.


Сөләймәндең был теләге Раббы Хакимдың күңеленә хуш килде.


Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.


Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам.


Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыттың Раббыға бағышлаған йыры.


Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә.


Раббы ямандарҙан алыҫ тора, иманлының доғаһына ҡолаҡ һала.


Аҡыллының теле ғилем тарата, ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ.


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.


Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк.


Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.


Уйламай һөйләмә, йөрәгең дә Алла алдында һүҙ әйтергә ашыҡмаһын: Алла күктә, ә һин – ерҙә, шуға күрә һүҙең аҙ булһын.


Ҡаялар араһында, тарлауыҡтарҙа Йәшенгән күгәрсенем һин! Нурлы йөҙөңдө күрәйем, Моңло тауышыңды ишетәйем, Тауышың яғымлы, йөҙөң наҙлы.


«Мин Раббы ғәҙеллек һөйәм, Талау һәм йәбер-золомға нәфрәтләнәм; Тоғро ҡалып, ғәмәлдәренә күрә бирермен, Улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн.


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Һин доға ҡыла башлау менән, һиңә яуап бирелде, һәм мин уны һиңә еткерер өсөн килдем, сөнки һин – Алланың һөйөклөһө. Был хәбәрҙе аңла һәм күренмештең асылына төшөн.


Татыулыҡ ҡорбанының ите өсөнсө көндө лә ашала икән, был ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк һәм ҡорбан килтереүсегә уның сауабы булмаясаҡ. Был ит хәрәм һанала һәм уны ашаған кеше ғәйебенең язаһын күтәрер.


Раббы алдына нимә менән баҫырмын, Юғарыларҙан Юғарыға нисек сәждә ҡылырмын? Тотош яндырыу ҡорбандары, Бер йәшлек башмаҡ килтерепме?


Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?


Шул сағында Хаггай былай тине: – Раббы: «Минең алдымда был кешеләр, был халыҡ та ана шулай, – тип белдерә, – уларҙың бар ғәмәлдәре лә, килтергән бөтә ҡорбандары ла – хәрәм.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Алла Ул – Рух, һәм Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ