Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 15:32 - Изге Яҙма

32 Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә, өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә, өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә, өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 15:32
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас, Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр.


Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.


Нәсихәтте үҙ итеү – тормошҡа юл, шелтәне үҙһенмәгән – юлдан аҙашыр.


Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.


Зирәк йөрәк ғилем эҙләр, ахмаҡ тилелеге менән туйыныр.


Ахмаҡ тилеләнә лә шатлана, аҡыллы тура юлдан бара.


Тормош һабағына иғтибарлы ҡолаҡ аҡыллылар араһында йәшәр.


Раббынан ҡурҡыу аҡылға өйрәтә, күндәмлек данға юл аса.


Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ; өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы.


Был нимә? Ахмаҡтың ҡулында аҡса бар ҙа, аҡыл һатып алырға башы юҡ.


Аҡыллы әҙәм ҡолағы менән белем эҙләр, аңлы бәндә йөрәге менән аҡыл туплар.


Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


Ахмаҡтың маҡтауын тыңлағансы, Аҡыллының битәрләүен ишетеү яҡшыраҡ.


Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Әгәр берәйһенең улы тиҫкәре һәм холоҡһоҙ булһа, атаһының да, әсәһенең дә әйткәндәренә ҡолаҡ һалмаһа, улар яза биреп тә, киҫәмәһә,


Уларға: «Улыбыҙ тиҫкәре һәм холоҡһоҙ. Әйткәнебеҙҙе тыңламай. Кәйеф-сафа ҡороп, эсеп тик ята», – тиһендәр.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ