Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 13:17 - Изге Яҙма

17 Яман илсе бәләгә тарыр, тоғро илсе күңелгә шифа килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Яман илсе бәлә алып килә, тоғро илсе күңелгә шифа килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Яман илсе бәләгә тарыр, тоғро илсе күңелгә шифа килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 13:17
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тешкә – һеркә, күҙгә төтөн нисек булһа, йомошо төшкән кешегә ялҡау әҙәм дә шулай.


Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.


Ураҡ эҫеһендә ҡар һалҡыны нисек булһа, тоғро илсе лә үҙен ебәргән хужаһына хәл индерер.


Төньяҡ еле ямғыр алып килер, ғәйбәтсенең теле – сырайҙы боҙор.


Ахмаҡҡа йомош ҡушып ебәргән әҙәм үҙенең аяғын ҡырҡып ташлағандай ғазап сигер.


Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?


Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.


Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.


Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ.


Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, эҙәрлекләгән аяуһыҙ кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм ышанмауымдан килә ине.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ