Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 13:13 - Изге Яҙма

13 Нәсихәтте һанға һуҡмаған – зыян күргән, бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Нәсихәтте һанға һуҡмаған зыян күргән, бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Нәсихәтте һанға һуҡмаған – зыян күргән, бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 13:13
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!


Фирғәүендең Раббы һүҙенән ҡурҡҡан хеҙмәтселәре ҡолдарын да, малдарын да ышыҡҡа йәшерә һалды.


Бөтә кәңәштәремде кире ҡаҡтығыҙ, шелтә һүҙҙәремде ҡабул итмәнегеҙ.


Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе, ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы.


Гонаһлыны – бәлә-ҡаза, тәҡүәне яҡшылыҡ оҙата йөрөй.


Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған, Раббыға таянған – бәхеткә ирешкән.


Бойороҡто үтәгән ғүмерен һаҡлар, юлын ҡайғыртмаған үлемгә осрар.


Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.


Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Сөнки улар ҡағиҙәләремде кире ҡаҡты, бойороҡтарымды тыңламаны, шәмбе көндәремде боҙҙо, уларҙың күңелдәре боттарына береккәйне.


сөнки ҡанун-ҡағиҙәләремде үтәмәнеләр, бойороҡтарымды кире ҡаҡтылар, шәмбе көндәремде боҙҙолар, ата-бабаларының боттарына күҙ төбәнеләр.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


сөнки Раббы һүҙен һанға һуҡмаған һәм Уның бойороғон үтәмәгән ул. Ундай кеше мотлаҡ ҡыуылһын, гонаһы үҙ өҫтөндә булыр.


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.


Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үлектәрҙең береһе терелеп барһа ла, ышанмаясаҡтар», – тип яуап биргән.


Хеҙмәт ҡылып тапҡанығыҙҙы юғалтмаҫ, әммә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ