Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйтемдәре 11:24 - Изге Яҙма

24 Ҡайһы берәүҙәрҙең бирергә ҡулы йомарт, әммә байлығы арта бара, ҡайһылар һаран, әммә хәйерселектән ҡотола алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулы йомарт, әммә байлығы арта бара, ҡайһылар һаран, әммә хәйерселектән ҡотола алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Ҡайһы берәүҙәрҙең бирергә ҡулы йомарт, әммә байлығы арта бара, ҡайһылар һаран, әммә хәйерселектән ҡотола алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйтемдәре 11:24
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Садоҡ нәҫеленән баш ҡаһин Ғазаръяһ уға былай тип яуап бирә: – Раббы ҡорамына саҙаҡа ташыла башлау менән, беҙ ҙә туйғансы ашай башланыҡ, ризыҡтың күп өлөшө артып ҡалды. Эйе, Раббы Үҙ халҡына бәрәкәт бирҙе, шуға күрә артып ҡалғаны ла бик күп.


Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ!


Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.


Иманлының уй-теләге – яҡшылыҡҡа, яуыздың өмөттәре Раббының асыуына килтерер.


Йомарт кеше етеш йәшәр, сарсағанға һыу биреүсенең үҙенә лә һыу бирерҙәр.


Ҡайһылар хәйерсе булһа ла, бай булып ҡылана, икенселәр бай булһа ла, хәйерсе булып күренергә тырыша.


Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.


Хәйерсегә биргән – тарлыҡ белмәҫ, уларға күҙен йомған бәндә ләғнәт ҡаҙаныр.


Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.


Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр.


Күп сәсәһегеҙ – аҙ ураһығыҙ, Ашайһығыҙ, әммә туймайһығыҙ, Эсәһегеҙ – һыуһынығыҙ ҡанмай, Кейенәһегеҙ ҙә, йылынмайһығыҙ, Эшләйһегеҙ, әммә янсығығыҙ тишек».


Кеше Алланыҡын урлай аламы һуң? Һеҙ иһә Мине таламаҡ булаһығыҙ. Үҙегеҙ: „Һине нисек талайыҡ инде?“ – тиһегеҙ. Ғөшөр һәм хәйер-саҙаҡаларҙы урлайһығыҙ.


Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.


Уға мул итеп, йәлләмәйенсә бирегеҙ; шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы эшләп тапҡандарығыҙға, бөтә эшегеҙгә фатихаһын бирер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ