Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:8 - Изге Яҙма

8 Раббынан һәр кем – ҡолмо ул, ирекле кешеме, – эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер аласағын беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Раббының һәр кемгә – ҡолға ла, ирекле кешегә лә эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер бирәсәген беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Раббынан һәр кем – ҡолмо ул, ирекле кешеме, – эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер аласағын беләһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:8
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.


Сөнки алда киләсәк бар, өмөтөң бушҡа сыҡмаҫ.


Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


«Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. Хужа уларға ла: «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән.


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Хәйерең йәшерен бирелһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.


ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Раббынан бүләккә Үҙе вәғәҙә иткәндән өлөштө алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ.


Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббы алдында бөтәһе лә бер тигеҙ.


Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.


Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ