Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:5 - Изге Яҙма

5 Ҡолдар, Мәсихкә буйһонған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән буйһоноғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ҡолдар, Мәсихкә буйһонған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән буйһоноғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:5
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы фәрештәһе уға былай тине: – Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон.


Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.


Әгәр ҙә Раббы беҙҙең менән булмаһа, Кешеләр беҙгә баш күтәргән саҡта


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр.


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «кил» тиһәм, килә. Хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.


Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.


Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.


Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Уны нисек ихтирам һәм тулҡынланыу менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да тыңлаусан булыуығыҙҙы хәтерләп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.


Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ,


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


һәм инде ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк.


– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ