Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:3 - Изге Яҙма

3 «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә ғүмерең оҙон булыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

3 «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә оҙон ғүмерле булырһың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә ғүмерең оҙон булыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:3
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр.


Йорттар төҙөмәгеҙ, иген икмәгеҙ, йөҙөм баҡсалары үҫтермәгеҙ, уларҙың береһе лә булмаһын! Ғүмерегеҙ буйы сатырҙарҙа йәшәгеҙ, шул ваҡытта әле һеҙ күсмә тормош менән йәшәгән ерҙәрҙә оҙаҡ ваҡыттар көн итерһегеҙ».


Беҙ һине Аллабыҙ Раббыға күндерәбеҙ һәм Уның әйткәндәрен, беҙҙең өсөн яҡшы буламы ул, насар буламы, тайпылышһыҙ үтәрбеҙ. Сөнки Аллабыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһаҡ, беҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт булыр.


«Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе бойороҡ. Ә бойороҡҡа өҫтәлгән вәғәҙәһе шул:


Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ.


Ҡан ашамаһағыҙ, үҙең дә, үҙеңдән һуң килгән балаларың да игелек күрер, сөнки һеҙ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәл ҡылырһығыҙ.


Һеҙгә белдергән бөтә был бойороҡтарҙы тыңлағыҙ һәм бойомға ашырығыҙ, шул сағында үҙегеҙгә һәм һеҙҙән һуң килгән балаларығыҙға мәңге яҡшы булыр, сөнки һеҙ Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ.


Ҡошсоҡтарын алһаң да, инәләрен мотлаҡ ебәр; шулай эшләһәң, үҙеңә яҡшы булыр, оҙаҡ йәшәрһең.


Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.


Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр.


Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.


Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың.


Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.


Бер көндө ҡәйнәһе Ноғоми Рутҡа: – Ҡыҙым, һиңә йәшәр өсөн именерәк һәм яҡшыраҡ урын табырға теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ