Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:2 - Изге Яҙма

2 «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе бойороҡ. Ә бойороҡҡа өҫтәлгән вәғәҙәһе шул:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 «Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе әмер. Ә әмергә өҫтәлгән вәғәҙәһе шул:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе бойороҡ. Ә бойороҡҡа өҫтәлгән вәғәҙәһе шул:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:2
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.


Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер.


Рехав нәҫеленә иһә Йермеяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: «Һеҙ атағыҙ Йонадавтың бойороғон тоттоғоҙ, уның бөтә нәсихәттәрен ғәмәлгә ашырҙығыҙ, ул ҡушҡандарҙың барыһын да үтәнегеҙ.


Йорттар төҙөмәгеҙ, иген икмәгеҙ, йөҙөм баҡсалары үҫтермәгеҙ, уларҙың береһе лә булмаһын! Ғүмерегеҙ буйы сатырҙарҙа йәшәгеҙ, шул ваҡытта әле һеҙ күсмә тормош менән йәшәгән ерҙәрҙә оҙаҡ ваҡыттар көн итерһегеҙ».


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.


«шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә ғүмерең оҙон булыр».


«Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр.


Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ