Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:14 - Изге Яҙма

14 Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп, сафҡа тороғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:14
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батшаларҙың яу менән килгәнен ишетеп, Моав халҡының ҡорал тота алған йәше-ҡарты бергә тупланып, сик буйына баҫты.


Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.


Дөрөҫлөк уның билендә билбау булыр, Тоғролоҡ булыр билендәге ҡайышы.


Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.


Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын.


Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы тәҡүәлек ҡоралы менән дә,


Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.


Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бар нәмәне тамамлағанға тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла биргән хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ.


Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – һарайта, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө торҡа итеп кейәйек.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Өҫтәрендә тимер һарайтаға оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ