Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:13 - Изге Яҙма

13 Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бар нәмәне тамамлағанға тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла биргән хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бөтөнөһөн еңгәнгә тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла ҡоралдарының бөтөн төрҙәренә кейенегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бар нәмәне тамамлағанға тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла биргән хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:13
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот.


Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.


Әммә уның килгән көнөнә кем сыҙай алыр? Пәйҙә булһа, кем уның алдында баҫып ҡала алыр? Сөнки ул көмөш иретеү мейесендәге ялҡындай, Бар нәмәне таҙартҡан һелте шикелле.


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.


Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, ә Алла ҡөҙрәте менән ҡәлғәләрҙе емерергә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе,


Һәр уңайлы мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.


Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергән кеүек, был донъялағы ҡалған ваҡытты инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтә йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ