Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 6:10 - Изге Яҙма

10 Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 6:10
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон.


Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.


Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ. Беләктәрегеҙ талмаһын, сөнки ҡылған ғәмәлдәрегеҙ әжерһеҙ ҡалмаясаҡ.


Йөрөйөммө, ял итәмме – ваҡ иләктән үткәрәһең, Һәр бер ғәмәлемә хәбәрең бар.


Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.


Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.


Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамының нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен!


Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.


Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Шөһрәтенең байлығы менән һеҙгә эске яҡтан Үҙенең Рухы аша нығынырға ҡөҙрәт бирһен,


Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.


Имандаштарым, инде шуны әйтәм: Раббыла ҡыуаныс табығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.


Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.


Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Түҙемле һәм сабыр булыуығыҙҙы теләп, Уның шөһрәтенең ҡөҙрәте һеҙҙе нығытһын.


Улым, һин Ғайса Мәсихтә булған мәрхәмәткә таянып нығын.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.


Шулай итеп, татыу йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата миһырбанлы, туған йәнле һәм рәхимле, тыйнаҡ булығыҙ.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Балалар, һеҙгә яҙҙым: һеҙ Күктәге Атаны танып белдегеҙ. Аталар, мин һеҙгә яҙҙым: баштан уҡ Бар булыусыны танып белдегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙҙым: һеҙ көслөһөгөҙ, Алла һүҙе күңелдәрегеҙҙә йәшәй, һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.


Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ