7 Ундайҙар менән бергә булмағыҙ.
Ҡорбан салыр инем – теләмәйһең, Тотош яндырыу ҡорбандарын хушһынмайһың.
Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.
Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ, зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине.
дөйәғош, ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре,
Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ.
Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?
Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.
Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.
Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.
Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.