Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 5:19 - Изге Яҙма

19 Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм Изге Рух менән илһамландырылған йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 5:19
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул һүҙен әйтһә, бар нәмә ирей башлай, Елдәрен ебәрһә, һыуҙар аға.


Сөнки Һин – минең яҡлаусым, Ҡанаттарың ышығында һөйөнөс менән көйләйем.


Йырлағыҙ Раббыға, исемен данлағыҙ, Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!


Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр, Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ, Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ.


«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.


Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.


Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын.


Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.


Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ