Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 4:30 - Изге Яҙма

30 Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

30 Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 4:30
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.


Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.


Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.


Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың, Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның. Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең, Ғәйептәрең менән йонсоттоң.


Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.


Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?


Йәш сағыңды иҫеңдә тотмаған һәм ҡылған эштәрең менән асыуымды килтергән өсөн, был ғәмәлдәреңдең әжерен башыңа төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бөтә был әшәкелектәреңә өҫтәп, боҙоҡлоҡҡа ла бирелмәнеңме ни?


Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы? Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы? Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең? Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа? Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем!


Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.


Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡын.


Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай.


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.


Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙенә балалар итеп алып, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була».


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


Шуның өсөн был быуынға асыуым килде лә „Уларҙың йөрәктәре һәр саҡ аҙаша, юлдарымды танымайҙар“, – тинем.


Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үле кәүҙәһе сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме?


Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ