27 Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ.
Әммә Петрус: – Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –
Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».
Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алла биргән хәрби кейемдәргә кейенегеҙ.
Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ.
Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.
Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.