Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ефестарға 3:5 - Изге Яҙма

5 Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла Рухы уны Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла Рухы уны Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ефестарға 3:5
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


«Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. Хужа уларға ла: «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән.


Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


Шуның өсөн Алла аҡылы былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».


Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.


Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәт юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер.


– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки хәрәм тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген аңғартты.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтә нәмәгә, хатта Алла аҡылының бөтә тәрәнлектәренә лә үтеп инә.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


бөтә нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырған бойороғон иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Ә һеҙ, һөйөклөләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәренең юрап әйткән һүҙҙәрен иҫкә алығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ