Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Асылыш 18:16 - Изге Яҙма

16 Улар: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл кейем кейер, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәнер инең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16 Улар: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Ул нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларға төрөнгән, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәлгән булған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Улар: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл кейем кейер, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәнер инең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Асылыш 18:16
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты, Ҡурсалаусы итеп билдәләнем, Алланың изге тауында булдың, Янар таштар араһында гиҙҙең.


Көмөшөн ал, алтын урла! Хазинаның иҫәбе-һаны юҡ, Зиннәтле әйберҙәр бихисап.


Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны.


Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхешлегенең ерәнгеслеге һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны.


Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар.


Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ