Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




3 Яхъя 1:8 - Изге Яҙма

8 Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




3 Яхъя 1:8
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


Ә өй эсенән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишегем бикле, янымда балаларым йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым».


Беҙ иһә, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытырға, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимоҫеусты һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр.


Шуға күрә, янығыҙға барһам, уның ҡылған эштәрен иҫемә төшөрөп һөйләрмен. Ул беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратып ҡына ҡалмай, имандаштарҙы үҙе ҡабул итмәй, ә ҡабул итергә теләүселәргә ҡамасаулай, хатта берҙәмлектән ҡыуып ебәрә.


Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр.


Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотрефес беҙҙе тыңларға теләмәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ