Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Яхъя 1:1 - Изге Яҙма

1 Берҙәмлек өлкәненән Алла һайлап алған һәм мин ихлас яратҡан ханымға һәм уның балаларына. Һеҙҙе мин генә түгел, хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең барыһы ла ярата,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Берҙәмлектең өлкәненән – Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Берҙәмлек өлкәненән Алла һайлап алған һәм мин ихлас яратҡан ханымға һәм уның балаларына. Һеҙҙе мин генә түгел, хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең барыһы ла ярата,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Яхъя 1:1
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым.


Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ, хәҡиҡәт иһә һеҙҙе азат итер, – тине.


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Раббы тарафынан һайланған Руфосты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек.


Ә мин, уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кефасҡа: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.


Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, һис кенә лә баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.


Эй аҡылһыҙ галаттар! Һеҙҙең башығыҙҙы кем бутаны? Ғайса Мәсих һеҙҙең күҙ алдында арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған килеш асыҡ тасуирланғайны бит!


Иман юлында һеҙ алға киткәйнегеҙ. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы һуң?


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Ул бөтә кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит.


Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай.


Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булыуығыҙ һәм өҫтөгөҙгә Уның ҡаны һирпелеү аша таҙарыныуығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


Бабилдағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Маркус һеҙгә сәләм ебәрә.


Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым.


Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, ғәмәлдәребеҙ менән ихлас яратайыҡ.


Алла һайлап алған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр.


Хәҙер, ханым, мин һиңә бойороҡтоң яңыһын түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткәнен яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ.


Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ