Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




2 Тимофейға 4:2 - Изге Яҙма

2 Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




2 Тимофейға 4:2
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Ул үлемесле ауырыуға дусар булды, Түшәгенән башҡа тора алмаҫ», – тиҙәр.


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.


Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап бирҙе.


Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораны: – Йөҙ башы Һинең ярҙамыңа лайыҡ,


Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине.


Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө.


Шәмбе көндө ҡаланан сыҡтыҡ та, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйлап, йылға буйына барҙыҡ. Унда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырҙыҡ.


Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Паулус йыйылған халыҡ менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды.


Рим ҡалаһында Паулусҡа һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде.


Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын.


Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде.


Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.


Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ.


Мин килгәнгә тиклем Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, нәсихәт бир, өйрәт.


Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә.


Шулай итеп, кем үҙен бысраҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтә яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ.


өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер,


Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, сыҙамлыҡта ла минән өлгө алдың.


Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡаҡҡандарҙың күрһәтмәләренә иғтибар бирмәһендәр өсөн, ҡәтғи тәнҡитлә.


Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.


Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ